“Башҡортостан” полкына республиканан бал тапшырылған

   Уны фронтҡа Башҡорт Архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы хеҙмәткәрҙәре алып килгән. Хәрбиҙәр өсөн башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа әҙерләнгән. ““Башҡортостан” мотоуҡсылар полкын осраҡлы һайламаныҡ. Хәрби берәмек республиканың ғорурлығы. Батыр ир-егеттәр менән осрашырға теләнек”, – ти колледж директоры Булат Биктимеров.

      Хызыр Үзбәков “Башҡортостан” полкында хеҙмәт иткән. Бөгөн ул колледж хеҙмәткәре.

  “Яҡташтарыбыҙ Башҡортостан сәләмен килтерҙе. Тыуған яҡтан күстәнәс алыу ҙур шатлыҡ”, – ти “Техник” ҡушаматлы яугир.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *